0%

Тыуған ерем. Илмир Миһранов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тыуған ерем (Шиғыр)
автор Илмир МИҺРАНОВ, Күмертау ҡалаһының 1-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Ижад итеү ваҡыты: 2012. Нәшер ителгән: «Аманат», 2012, № 3. Сығанаҡ: "Аманат" журналы


Тыуған ерем


Борон-борон заманда
Урал тигән ил булған,
Ата-бабам йәйләгән
Ҡурай моңо данлаған,
Батыры күп ил булған,
Байлығы күп ер булған.
 
Башҡорт атлы уҙамандар
Ир намыҫын аҡлаған
Ҡыйыу башҡорт егеттәре
Үҙ хоҡуғын яҡлаған,
Ҡулдарына ҡорал тотоп
Башҡорт ерен һаҡлаған.
 
Ҡанын түккән, йәнен биргән,
Дошман еңмәй ҡайтмаған,
Тыуған ерен һатмаған,
Әсә телен һаҡлаған,
Оло һүҙен ҡаҡмаған,
Ирек яулап даулаған...
 
Ваҡыт тәгәрмәсе елә,
Йыл артынан йыл үтә.
Яңы үрҙәр яулай-яулай
Халҡым бөгөнгә етә.
Ҡулға-ҡулды тотоношоп
Шат йәшәүгә ни етә!
 
Тыуған ерем сәскә ата,
Әйтерһең бер тамаша;
Барса милләт берҙәй татыу
Нурҙан күҙҙәр ҡамаша
Алға ҡыйыу елдерәбеҙ
Дуҫлыҡ, туғанлыҡ аша.